Күмертау ҡалаһы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле һәм яҡын кешебеҙ, һөйөклө киленебеҙ, яратҡан тормош иптәшем, хәстәрлекле әсәйебеҙ, еңгәбеҙ, инәйебеҙ - Гөлназ Надир ҡыҙы Йыһаншина йәшлегенең матур байрамы - 30 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡотлап, йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге, иң матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Тырыш, маҡсаттарына ирешеүсән, ихлас күңелле, алсаҡ йөҙлө, ярҙамсыл ҡәҙерлебеҙгә, киләсәктә лә тормошҡа йәм биреп, улыбыҙ, ағайыбыҙ менән оҙаҡ йылдар һоҡланғыс пар булып, аҡ бәхеттәргә генә төрөнөп, балаларығыҙҙың игелектәрен генә күреп йәшәүен теләйбеҙ. Һеҙгә бәхет-шатлыҡ, һаулыҡ-сәләмәтлек, башлаған эштәрегеҙҙә һәм яулаған үрҙәрегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ.
Ҡәҙерлебеҙ! Һәр ваҡыт шулай алсаҡ йөҙлө, шат күңеллле, ярҙамсыл, аҡыллы булып ҡал. Тормошоң сағыу буяуҙарҙан торһон һәм дә барлыҡ теләктәрең тормошҡа ашһын! Яныңда бары тик ихлас, тоғро, ышаныслы дуҫтарың һәм изге күңелле кешеләр генә булһын.
Тыуған көнөң һымаҡ йәмле булһын
Йәшәр йылдарыңдың ағышы.
Дәрт-дарманлы булһын хыялыңдың
Йәшәр өсөн ҡанат ҡағышы.
Ғүмер юлдарыңа аҡ нур һипһен
Тыуыр таңдарыңдың балҡышы.
Томбойоҡло күңел күлдәреңдең
Йәшә булып гүзәл аҡҡошо!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Юлай, улың Данил, ҡыҙың Юлиана, ҡәйнәң Филүзә, ҡайның Әхмәт, бикәсең Гөлнур, кейәүең Фларис, улың Данис, ҡыҙың Сафина