Таймаҫ ауылы
Ҡәҙерле әнейебеҙ, хәстәрлекле өләсәйебеҙ - Фәнүзә Сәитғәли ҡыҙы АҘНАБАЕВАны ғүмеренең күркәм байрамы - 60 йәшлек матур юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ тырыш, алсаҡ йөҙлө, ихлас күңелле, бик сабыр һәм итәғәтле кеше. Ул йәйҙең иң йәмле көндәренең береһендә донъяға килгән. Яҡыныбыҙҙы ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлап, иң изге, яҡты, матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, йылы һүҙҙәрең, аҡыллы кәңәштәрең менән беҙҙең өсөн һин терәкһең, кәрәкһең. Һин беҙҙең өсөн сабырлыҡтың ысын өлгөһө, тормош һынауҙарына бирешмәй, ауырлыҡтар алдында баш эймәй улдарыңа лайыҡлы тәрбиә биреп үҫтереп, оло тормош юлына баҫтырҙың.
Ошо матур байрамыңда һиңә барыһы өсөн дә ҙур рәхмәттәр әйтеп, ныҡлы сәләмәтлек, бөтмәҫ дәрт теләйбеҙ, киләсәктә лә яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, балаларыңдың изгелеген күреп, йортобоҙҙоң яҡты нуры булып, бәрәкәтле, мул тормошта, беҙгә терәк булып, тыуған нигеҙебеҙҙең нурын һаҡлап оҙон-оҙаҡ ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ. Киләсәгең йыр кеүек матур, ҡояш кеүек яҡты, тыуасаҡ таңдарың һәр ваҡыт нурлы, кук йөҙөң һәр ваҡыт аяҙ булһын. Сабыр холоҡло, мәрхәмәтле, ярҙамсыл, ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле һин. Киләсәктә лә киң күңелле, асыҡ йөҙлө, оло йөрәкле булып ҡал! Беҙ һине хөрмәт итәбеҙ, яратабыҙ!
Беҙ теләйбеҙ һиңә оҙон ғүмер,
Шатлыҡтарың иң-иң олоһон.
Бәхеттәрҙең мәңгелеген генә,
Ә ғүмерҙең яҡты, нурлыһын!
Ҡәҙерлебеҙ, оҙон-оҙаҡ йәшә,
Яҡты нурҙар һибеп донъяға.
Беҙ бәхетле яныбыҙҙа һәр саҡ,
Һин иҫән-һау ғына булғанда!
Иң изге теләктәр менән улдарың Радик, Радмир, Закир, килендәрең Алина, Альфинур, Нурсилә һәм ейән-ейәнсәрҙәрең.