Йәшә, әтей, йөҙгә хәтлем

Сәфәрғәли ХӘЙБУЛЛИНды ҡайнар ҡотлайбыҙ! 

Йәшә, әтей, йөҙгә хәтлемЙәшә, әтей, йөҙгә хәтлем
Йәшә, әтей, йөҙгә хәтлем

Яҡшымбәт ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле әтейебеҙ, олатайыбыҙ Сәфәрғәли Ҡорбанғәли улы ХӘЙБУЛЛИНды 90 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ бик уңған, изгелекле, киң күңелле, ярҙамсыл, туған йәнле булыуы менән ихтирамға лайыҡ кеше. Бала сағы һуғыш йылдарына тура килеү сәбәпле, бик иртә барлыҡ ауыр эштәрҙе лә башҡарырға тура килә уға. Тормоштоң әсеһен дә, сөсөһөн дә татып, бик йәшләй эшкә егелеп, йылдың ниндәй генә миҙгеле булмаһын, арымай-талмай тоғро хеҙмәт итеп, һәр саҡ алдынғылар рәтендә була ул. Мәрхүмә әнейебеҙ менән бергәләп 4 баhадир ул үҫтерҙеләр. Әлеге көндә алты ейәнсәре, 3 ейәне һәм бүлә-бүләсәрҙәре менән һөйөнөп ғүмер кисерә ул.
Ҡәҙерле кешебеҙ, һине оло юбилейың менән ҡотлап оҙон ғүмер, иҫәнлек-һаулыҡ, балаларыңдың, туғандарыңдың, ҡәҙер хөрмәтенә төрөнөп, һәр бер таңға ҡыуанып, тормошобоҙға йәм биреп, яҡындарыңдың игелегендә, изгелегендә ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ.
Йәшә, әтей, йөҙгә хәтлем,
Шат күңелле булып ғүмер ит.
Ергә ҡояш нисек кәрәк булһа,
Һин дә беҙгә шулай кәрәк бит.
Һинең тормош юлың - матур тарих,
Күптәр өсөн үрнәк булырлыҡ.
Рәхмәт әйтәбеҙ бөгөн ысын йөрәктән,
Һинең ғүмер беҙгә ғорурлыҡ.
Иң изге теләктәр менән барлыҡ балалары исеменән улы Илдус, килене Ғәлиә, ейәндәре Салауат, Азамат.

Автор:
Читайте нас