Ермолаево ауылы
Ҡәҙерле һылыуыбыҙ, балдыҙыбыҙ, бикәсебеҙ, апайыбыҙ Айгөл Рәмил ҡыҙы ГЛУЩЕНКОны 50 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлап иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Бала саҡтан алсаҡ булған, Яҡшымбәт ауылында беҙҙең яныбыҙҙа иркәләнеп кенә үҫкән яҡыныбыҙ тынғы белмәҫ, тырыш, изге йөрәкле кеше ул. Уңған, хәстәрлекле, сабыр йөрәкле яҡыныбыҙға ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, имен, бәрәкәтле тормошта донъябыҙҙы нурлы итеп бәхетле йәшәүен теләйбеҙ. Беҙгә йылылыҡ өләшеүсе һин, ихлас хәстәрлегең үҙеңә лә ҡот-ырыҫ булып ҡайтһын. Киләсәктә лә тормошҡа һөйөнөп, ҡәҙер-хөрмәт күреп, атыр таңдарың өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡтарға ғына тулып тәгәрәһен. Һөйөклөбөҙгә сәләмәтлектең иң ныҡлыһын, ғүмерҙең иң оҙонон, шатлыҡтарҙың иң олоһон теләйбеҙ. Яныңда һәр ваҡыт үҙеңде хөрмәт итеүсе яҡындарың, туғандарың, тоғро дуҫтарың булһын. Бөгөнгөләй шат, көләс йылмайыуың һинең йөҙөңдән бер ваҡытта ла китмәһен.
Бәхеткә, шатлыҡҡа күмелеп,
Һәр ваҡыт йылмайып һәм көлөп,
Ҡәҙергә, хөрмәткә төрөнөп,
Йәшә һин, мәңге нур булып.
Һин бит беҙҙең һәммәбеҙгә
Яҡты ҡояш, нурлы ай кеүек.
Бәхет-шатлыҡ, ныҡлы сәләмәтлек,
Юлдаш булһын һиңә ғүмерлек.
Иң изге теләктәр менән апайҙарың Рәзилә, Гөлнира, Гөлфира, еҙнәләрең Рамаҙан, Зөфәр, Валерий, абзыйың Рәйес, еңгәң Нурия һәм уларҙың балалары.