Беҙҙең өсөн ҡәҙерле, беренсе мөхәббәтебеҙ емеше булған улыбыҙ, абзыйым Вилдан Идрис улы БОҪҠАНОВ йәшлегенең матур байрамын – 30 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй. Уны ошо матур ғүмер байрамы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!
Бәләкәй генә ауыл мәктәбендә белем алып, аҙаҡ ҡалалағы РПЛИ-ҙа уҡып, юғары уҡыу йортон уңышлы тамамлап ҙур кеше булып эшләп йөрөй. Тырыш, уңған, ҡуйылған маҡсаттарына ирешеүсән, изге күңелле, ярҙамсыл ҡәҙерле кешебеҙгә - һаулыҡтың иң ныҡлыһын, бәхеттең - иң олоһон, ғүмерҙең иң оҙонон теләйбеҙ. Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булһын, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Киләсәгең йыр кеүек матур, ҡояш кеүек яҡты, тыуасаҡ таңдарың нурлы, күк йөҙөң һәр ваҡыт аяҙ булһын. Гел шулай йылмайып, кешеләрҙе һөйөндөрөп, ҡәҙер хөрмәттә йәшә. Киленебеҙ Регина менән улығыҙға матур тәрбиә биреп, иңгә-иң терәшеп бәхетле, оҙон ғүмер кисерергә яҙһын.Тормош юлың мөхәббәткә, йылылыҡҡа, наҙға төрөлөп үтһен, алдыңа ҡуйған маҡсаттарың гел шулай тормошҡа ашып торһон!
Юбилейың менән тәбрикләйбеҙ,
Сәләмәтлек теләп иң элек.
Һәр саҡ көнөң үтһен бәхет менән,
Йәшә шатлыҡтарға күмелеп.
Тәбиғәттән изге күңел менән
Тыуғанһың һин бары яҡшыға
Фәрештәләр ике ҡанат йәйеп
Һәр саҡ торһон һинең ҡаршыңа.
Иң изге теләктәр менән атаһы Идрис, әсәһе Зарима, мырҙаһы Данис Боҫҡановтар.