Хөрмәтле уҡытыусым Зилә Дамир ҡыҙы ТҮЛӘКОВАны тыуған көнө менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайым.
Fүмер миҙгеленең матур байрамында ҡоростай ныҡлы hаулыҡ, ҡурай моңондай оҙон ғүмер, муйыл сәскәhендәй аҡ бәхеттәр, йән тыныслығы, барлыҡ өмөт-хыялдарының тормошҡа ашыуын теләйем.
Зилә Дамир ҡыҙы, балаларығыҙҙың изгелеген күреп, бәхетле, имен, бәрәкәтле, мул тормошта оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын! Һәр ваҡыт шулай изгелекле, алсаҡ, киң күңелле булып ҡалығыҙ, йөҙөгөҙҙән бер ваҡытта ла йылмайыу китмәһен, атыр таңдарығыҙ аяҙ, килер көндәрегеҙ тыныс булһын. Изгелектәр күреп, тормошҡа һөйөнөп, оҙон ғүмер кисерегеҙ.
Тыуған көнөгөҙ менән тәбрикләйбеҙ,
Сәләмәтлек теләп иң элек.
Һәр бер көнөгөҙ үтһен бәхет менән,
Йәшәгеҙ шатлыҡтарға төрөнөп.
Яҡты ҡояш һәр саҡ юлдаш булһын,
Шатлыҡ тойоп типһен йөрәгегеҙ,
Ауырлыҡтар һеҙҙе урап үтһен,
Ҡабул булһын һәр бер теләгегеҙ.
Иң изге теләктәр менән сығарылыш уҡыусығыҙ Гөлшат Исхаҡова (Аҙнабаева)