Тормошта һинең һымаҡ бик һирәк осрай

Айгөл ГЛУЩЕНКОны ихлас ҡотлайбыҙ!

Тормошта һинең һымаҡ бик һирәк осрайТормошта һинең һымаҡ бик һирәк осрай
Тормошта һинең һымаҡ бик һирәк осрай

Ермолаево ауылы
Беҙҙең өсөн бик ҡәҙерле булған ҡыҙыбыҙ, хәстәрлекле әсәйебеҙ, өләсәйем, яратҡан апайыбыҙ Айгөл Рәмил ҡыҙы ГЛУЩЕНКОны – 50 йәшлек ғүмер байрамы менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Тырыш, хәстәрлекле, сабыр йөрәкле яҡыныбыҙға иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ҡәҙерлебеҙ, көндәреңде өмөт нуры балҡытһын, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тик алға тәгәрләһен. Хоҙай сабырлыҡ бирһен, тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, һәр атҡан таңға ҡыуанып, үткәнгә үкенмәй, йәшәйешебеҙҙең ҡото булып, бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Киләсәктә лә эштән, тормоштан йәм табып, бәхет нурҙарында һөйөнөп муллыҡта һәм татыулыҡта йәшә. Артабан да бөгөнгөләй алсаҡ йөҙлө, оло йөрәкле, киң күңелле терәгебеҙ булып, яҡындарыңдың шатлыҡ-ҡыуанысына төрөнөп, беҙҙең изгелектәребеҙҙе күреп, яҡындарыңдың наҙына, һөйөүенә төрөнөп, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ! Тормошта һинең һымаҡ ауыр саҡта таянырҙай, ышаныслы, эшһөйәр, кешелекле һәм кеселекле кешеләр бик һирәк осрай.
Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һинең менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Тырышлығың, изге күңелең, хәстәрлегең өсөн рәхмәтебеҙ сикһеҙ һиңә! Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын, ҡәҙерлебеҙ!
Тормош юлың балҡып торһон,
Яғымлы, шат булһын күңелең.
Оҙон ғүмер, бәхет, шатлыҡ менән,
Бер ҡайғыһыҙ үтһен ғүмерең.
Ҙур бәхеттәр юлдаш булһын һиңә,
Көнөңдө шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек ярты бәхет тиҙәр,
Ошо бәхет ситләп үтмәһен.
Беҙ һине яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ.
Иң изге теләктәр менән әтейең Рәмил, апайың Гөлфиә, мырҙаң Айнур, киленең Виктория, ҡыҙың Юлиә, улың Артур, киленең Дарья һәм ейәнсәрең Амелия.

Автор:
Читайте нас