Үрге Бабалар ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған тормош иптәшем, яратҡан әтейебеҙ, хәстәрлекле олатайыбыҙ, ҡарт олатайыбыҙ Фәрит Кинйәғол улы ЯЛСЫҒОЛОВты 75 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Матур ғүмер байрамы менән ҡотлап, йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң йылы, иң изге, иң матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ.
Әнейебеҙ Бүләкбикә менән беҙҙе бала саҡтан ел-дауылдан һаҡлап, тәрбиәләп үҫтереп оло тормош юлына баҫтырҙығыҙ. Аллаһы Тәғәлә ярҙамы менән киләсәктә лә әнейебеҙ менән иңгә-иң терәшеп балаларың, кейәү, ейән-ейәнсәрҙәрең, бүлә-бүләсәрҙәрең менән бергә оҙон ғүмер кисерергә яҙһын.
Ҡәҙерлебеҙ, һинең тормош юлың һәр кемгә үрнәк булырлыҡ. Беҙ белгәндән бирле гел кешелекле, изгелекле булып йәшәнең, шуға күрә һине барыһы ла ихтирам итә.
Өйөбөҙҙән бер ваҡытта ла кешеләр өҙөлмәне. Барыһын да яҡты йөҙ күрһәтеп, ҡулыңдан килгәнсе эшең менән дә, кәңәшең менән дә ярҙам иттең. Тормошобоҙ һәр ваҡыт йәмле, ризыҡлы булды.
Әле лә, оло йәштә булыуыңа ҡарамаҫтан, әнейебеҙ менән тырышып баҡса ултыртып, төрлө сәскәләр үҫтереп, һарыҡ-кәзә аҫрап йәшәйһегеҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, беҙ һиңә һаулыҡ-сәләмәтлектең иң ныҡлыһын, бәхеттең ҡояш кеүек иң нурлыһын, шатлыҡтың иң ҙурын һәм бәрәкәтле тормошта күтәренке кәйеф менән, сикһеҙ оҙон ғүмер итеүеңде теләйбеҙ. Һинең яныңда һәр ваҡыт хөрмәт итеүсе яҡындарың, туғандарың, балаларың булһын. Шат, көләс йылмайыуың йөҙөңдән бер ваҡытта ла китмәһен. Уйҙарың яҡты, тыуар таңдарың һәр саҡ аяҙ, күңелең тыныс булһын.
Ҡотло булһын, әтей, тыуған көнөң
Ҡояш кеүек балҡый йөҙҙәрең,
Ҡайғы-хәсрәт күрмәй, шатлыҡ менән
Үтһен һинең ғүмер көҙҙәрең.
Ғүмер үтә тейеп моңһоуланма,
Өмөт гөлкәйҙәрең һүнмәһен.
Алтын төҫөндәге яҡты көндәр
Барыр юлдарыңды биҙәһен.
Матур тормош, сәләмәтлек теләп
Тыуған көнөң менән ҡотлайбыҙ
Шатлыҡ менән оҙон ғүмер үтеп,
Йәшәүеңде генә теләйбеҙ.
Иң изге теләктәр менән һинең ҙур ғаиләң: тормош иптәшең Бүләкбикә, ҡыҙҙарың Янбикә, Сания, улың Фәнис, кейәүҙәрең Булат, Азат, Илһам һәм ейән-ейәнсәрҙәрең Әлиә, Динара, Марсель, бүләсәрең Камила.