Эштәрең уң, һаулығың ныҡ булһын

Фирҙәүес ДӘҮЛӘТШИНА апайҙы ихлас күңелдән ҡотлайым!

Эштәрең уң, һаулығың ныҡ булһынЭштәрең уң, һаулығың ныҡ булһын
Эштәрең уң, һаулығың ныҡ булһын

Яҡшымбәт ауылы
Ҡәҙерле Фирҙәүес Садиҡ ҡыҙы ДӘҮЛӘТШИНА апайҙы ғүмеренең күркәм байрамы - 75 йәшлек юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайым.
Тырыш, хәстәрлекле, сабыр йөрәкле апайға ныҡлы һаулыҡ, именлек, күңел тыныслығы, шатлыҡ ҡыуаныстар теләйем. Киләсәктә лә тормоштан йәм табып, бәхет нурҙарында һөйөнөп, балаларыңды һөйөндөрөп, туғандарыңдың изгелеген күреп, яҡындарыңа терәк-таяныс булып, ҡәҙер-хөрмәттәрен тойоп, шатлыҡтарына һөйөнөп йәшәргә яҙһын һиңә. Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булһын. Һәр атҡан таңға һоҡланып, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, беҙҙе ҡыуандырып оҙон-оҙаҡ бәхетле тормошта йәшә лә йәшә әле.
Һинең алсаҡлығың, ихласлығың
Тартып тора беҙҙе үҙеңә.
Бирешмәйсә тормош елдәренә,
Ҡыйыу атла ғүмер үренә.
Күңелең шат, йөҙөң көләс булһын
Бер ҡасан да һис бойоҡма.
Эштәрең уң, һаулығың ныҡ булһын,
Бар теләгең ашһын тормошҡа!
Иң изге теләктәр менән Фариха Баһаутдинова.

Автор:
Читайте нас