Юшатыр ауылында тыуып үҫеп, әлеге көндә Аҡһары ауылында йәшәүсе яратҡан еҙнәм, бажайым, бабайыбыҙҙы - Әсхәт Әхмәт улы ТАБЫЛДИНды - 45 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Тырыш, маҡсаттарына ирешеүсән, ихлас күңелле, алсаҡ йөҙлө, ярҙамсыл кешебеҙ ул.
Апайым менән һеҙгә бәхет-шатлыҡ, һаулыҡ-сәләмәтлек, башлаған эштәрегеҙҙә һәм яулаған үрҙәрегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ, балаларығыҙҙың изгелеген күреп, бәхетле, имен, бәрәкәтле, мул тормошта оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын.
Юбилейың менән тәбрикләйбеҙ,
Сәләмәтлек теләп иң элек.
Һәр саҡ көнөң үтһен бәхет менән,
Йәшә шатлыҡтарға күмелеп.
Тәбиғәттән изге күңел менән
Тыуғанһың һин бары яҡшыға
Фәрештәләр ике ҡанат йәйеп
Һәр саҡ торһон һинең ҡаршыңа.
Иң изге теләктәр менән Хайровтар ғаиләһе.