Уйҙарығыҙ - яҡты, күңелегеҙ - тыныс булһын

Класс етәксебеҙ Фирҙәүес ДӘҮЛӘТШИНА үҙенең 75 йәшлек юбилейын билдәләй.

Уйҙарығыҙ - яҡты, күңелегеҙ - тыныс булһынУйҙарығыҙ - яҡты, күңелегеҙ - тыныс булһын
Уйҙарығыҙ - яҡты, күңелегеҙ - тыныс булһын

Яҡшымбәт ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған класс етәксебеҙ Фирҙәүес Садиҡ ҡыҙы ДӘҮЛӘТШИНА үҙенең 75 йәшлек юбилейын билдәләй. Уны матур ғүмер байрамы менән ихлас күңелдән ҡотлап, иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ.
Киләсәк көндәрегеҙ өмөт менән тулы булып, шатлыҡ-һөйөнөстәр менән генә үтһен. Балаларығыҙҙың изгелеген күреп, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын, йөҙөгөҙҙән бәхет нуры һүнмәһен.
Ҡәҙерлебеҙ, киләсәк көндәрегеҙ һаулыҡта, муллыҡта, ҡайғы-хәсрәт күрмәй именлектә үтһен. Иртәләрегеҙ - ҡояшлы, көндәрегеҙ - аяҙ, кистәрегеҙ - айлы, уйҙарығыҙ -яҡты, күңелегеҙ - тыныс булһын.
Бирешмәйсә тормош елдәренә
Ҡыйыу атлағыҙ ғүмер үренә.
Күңелегеҙ шат, йөҙөгөҙ көләс булһын,
Бер ҡасанда һис бойоҡмағыҙ,
Эштәрегеҙ уң, һаулығығыҙ ныҡ булһын
Бар теләгегеҙ ашһын тормошҡа!
Изге теләктәр менән 2009 йылғы сығарылыш класс уҡыусылары исеменән Гөлшат Исхаҡова (Аҙнабаева).

Автор:
Читайте нас