Яңы Мораптал ауылы
Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ Рөстәм Рәис улы ШӘМСҮТДИНОВты - 40 йәшлек матур юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ.
Күп балалы ғаиләлә беренсе бала булып тыуып үҫкән, әтейе Рәискә, әнейе Рәсиләгә хәстәрлекле бала, туғандарына ныҡлы терәк, ғаиләһе өсөн хәстәрлекле тормош иптәше һәм ғорурланырлыҡ әтей булған киң күңелле, оло йөрәкле ҡәҙерлебеҙ һин. Һәр ваҡытта ла шулай изге күңелле булып ҡал. Һиңә бәхеттең иң ҙурын, шатлыҡтарҙың иң олоһон юллайбыҙ. Күңел тыныслығы, сикһеҙ бәхеттәр, яҡшы күтәренке кәйеф юлдаш булһын һиңә. Киләсәктә лә эшеңдә уңыштар, ҡоростай ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге, яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ.
Ҡотло булһын юбилейың
Оҙаҡ йәшә, бул һин бәхетле.
Яныбыҙҙа һин булғанда ғына
Табып була оло бәхетте.
Иң изге, саф теләктәр менән, һине яратҡан тормош иптәшең Лилиә, ҡыҙың Динә, улдарың Рамир, Рафаэль, Самир.