Ялсыҡай ауылы
Ҡәҙерле улым, яратҡан абзыйыбыҙ, хәстәрлекле бабайыбыҙ - Илнур Миневәли улы ХӨСӘЙЕНОВты матур ғүмер байрамы - 50 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡотлап йүрәк түребеҙҙәге иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Тырыш, хәстәрлекле, туған йәнле, ярҙамсыл ҡәҙерле кешебеҙ, һинең бөгөн яҡты байрамың – күркәм юбилейың. Беҙ һиңә һаулыҡ-сәләмәтлектең ныҡлыһын, мул, бәрәкәтле тормош, сикһеҙ бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ. Һинең яныңда һәр ваҡыт үҙеңде хөрмәт итеүсе яҡындарың, туғандарың булһын. Уйҙарың яҡты, тыуыр таңдарың һәр саҡ аяҙ, күңелең тыныс булһын. Беҙҙең өсөн терәк-таяныс булып, күңел йылыбыҙҙы тойоп, яҡындарыңдың изгелеген күреп, Зилә киленебеҙ менән бергә, балаларығыҙҙың, ейәндәрегеҙҙең ҡәҙер-хөрмәтенә генә төрөнөп, бәхетле оҙон ғүмер кисерергә яҙһын.
Ҡотло булһын һинең юбилейың,
Бәхет-шатлыҡ килһен ишелеп.
Ҡайғы-хәсрәт һәр саҡ урап үтһен,
Һин йәшәгән өйҙөң ишеген,
Сәләмәтлек ташламаһын һине,
Һәр бер көнөң үтһен шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге,
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡ та.
Иң изге теләктәр менән әнейең, һылыуҙарың, мырҙаң, кейәүҙәрең, киленең һәм уларҙың балалары.