Все новости

Барыһы өсөн дә мең рәхмәт

 Ғишҡиә КИЛДЕБАЕВАны ҡотлайбыҙ! 

Барыһы өсөн дә мең рәхмәт
Барыһы өсөн дә мең рәхмәт

Аҡһары ауылы
Ҡәҙерле әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ, ҡартәсәйебеҙ - Ғишҡиә Йомағол ҡыҙы КИЛДЕБАЕВА үҙенең ғүмер байрамын - 85 йәшлек оло юбилейын билдәләй.
Хәстәрлекле һәм сабыр йөрәкле ҡәҙерле кешебеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхетле, яҡты көндәр теләйбеҙ. Киләсәктә лә тормоштан йәм табып, күңел йылың менән тирә-йүнде яҡтыртып, бәхет нурҙарына ҡойоноп, муллыҡта, татыулыҡта йәшә. Беҙҙе шатландырып, аҡыллы кәңәштәреңде биреп оҙон-оҙаҡ йәшә, беҙҙең ғәзиз кешебеҙ!
Һәр ваҡыт та шулай алсаҡ, асыҡ күңелле, миһырбанлы булып ҡал, тағы оҙаҡ йылдар шулай бөтәбеҙҙе берләштереп, беҙҙе аҡыллы кәңәштәреңдән айырмай, балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең ҡәҙер-хөрмәтен, иғтибарын тойоп, шатлыҡтарына һөйөнөп йәшә лә йәшә! Ошо матур байрамыңда һиңә барыһы өсөн дә мең рәхмәттәр әйтәбеҙ!
Йәшәү шатлығы һин - беҙҙең өсөн,
Үтер юлыбыҙға үрнәк һин.
Сабырһың да, оло йәнлеһең дә,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Рәхмәт, ҡәҙерлебеҙ, барыһы өсөн дә,
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,
Тормош йәмле тик һин булғанға!
Иң изге теләктәр менән ҡыҙың Ләлә, улдарың Ринат, Илһам һәм уларҙың ғаиләләре.

Автор:
Читайте нас: