Все новости

Ҡәҙергә, хөрмәткә төрөнөп йәшә

Ғишҡиә КИЛДЕБАЕВА 85 йәшлек юбилейын билдәләй! 

Ҡәҙергә, хөрмәткә төрөнөп йәшә
Ҡәҙергә, хөрмәткә төрөнөп йәшә

Аҡһары ауылы
Йәйҙең иң йәмле хозур мәлендә ауылдың иң абруйлы, хөрмәтле ағинәйе Ғишҡиә Йомғол ҡыҙы КИЛДЕБАЕВА үҙенең күркәм ғүмер байрамы - 85 йәшлек юбилейын билдәләй.
Уның бала сағы Бөйөк ватан һуғышы осорона тура килә. Һәм барлыҡ балалар күргән михнәттәрҙе ул да үҙендә тойоп үҫә.
Ул Ырымбур өлкәһе Мәҡсүт ауылында ишле ғаиләлә бишенсе бала булып донъяға килә. Атайҙары һуғыштан яраланып ҡайтып, мандый алмай донъя ҡуя, бөтә ауырлыҡ алты балалы әсәһе менән балаларға төшә. Әсәһе бирешмәй, бөтә балаларҙы ла лайыҡлы итеп тәрбиәләп үҫтереп, тормош юлына баҫтыра.
Һомғол, сибәр, баҫалҡы холоҡло һәр эшкә маһир Ғишҡиә 1959 йылда Аҡһары ауылының яңы әрменән ҡайтҡан Ирек Ғәфүр улы Килдебаев менән сәстәрен-сәскә бәйләп, килен булып китә. Улар матур тормош юлын башлап, ең һыҙғанып донъя көтә башлайҙар. Бер ҡыҙ һәм ике улға ғүмер бүләк итеп, яҡшы тәрбиә биреп, бөтәһен дә юғары белемле белгестәр итеп, ҙур тормошҡа аяҡ баҫтыралар.
Әлеге көндә уның 4 ейәне, 2 ейәнсәре һәм 1 бүләсәре бар. Ҡыҙғанысҡа күрә, тормош иптәше Ирек Ғәфүр улы баҡыйлыҡҡа күсте.
Матурлыҡты, таҙалыҡты, бөхтәлекте, үҙ иткән Ғишҡиә арымай, талмай ошо көндә лә күҙ нурҙарын түгеп селтәр-шәлдәр, ейән-ейәнсәрҙәренә ойоҡбаштар бәйләп ҡыуандыра. Күпләп ҡош-ҡорт, эре мөгөҙлө малдар аҫрай, матур, уңған баҡсасы ла ул.
Аш-һыуға оҫта, бөтә эшкә лә маһир өләсәй телде йоторлоҡ тәмле ризыҡтары, бәлештәре менән өҫтәл һығылып торған табындар әҙерләп балаларын, һәр бер килгән кешене алсаҡ йөҙ менән ҡаршы алып һыйлай. Арыу-талыу белмәгән ҡулдарына Хоҙай һаулыҡ, оҙон ғүмер насип итһен.
Ҡәҙерлебеҙ, күңелендәге йән йылыһы һүрелмәй, һәр ваҡыт нур сәсеп торған йөҙөңдән йылмайыу китмәһен. Ысын күңелдән юллаған теләктәребеҙ ҡабул булһын. Балаларыңдың изгелеген күреп оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын. Амин.
Бәхеткә, шатлыҡҡа күмелеп,
Һәр ваҡыт йылмайып һәм көлөп,
Ҡәҙергә, хөрмәткә төрөнөп,
Йәшә һин мәңгелек нур булып.
Хөрмәт менән ысын күңелдән ҡотлауҙар еткереүсе әхирәтең Гөлсөм һәм уның улы Рим, килене Гөлнара, ейәнсәрҙәре Нәргизә, Нәркәс.

Автор:
Читайте нас: