Яҡут ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған апайыбыҙ, инәйебеҙ - Гәүһәр Әҡсән ҡыҙы ӘБЙӘЛИЛОВАны матур ғүмер байрамы - 75 йәшлек оло юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Беҙҙең апайыбыҙ олоһона ла кесеһенә лә иғтибарын берҙәй бүлә белгән, һәр беребеҙҙең хәленә керә белеүсе, һәр ҡайһыбыҙҙы бәләкәй саҡтан үҙ ҡанаты аҫтына алыусы, туғандары, дуҫ-иштәре менән һәр саҡ йылы мөнәсәбәттә булыусы, оло ихтирамға лайыҡ кеше.
Ҡәҙерлебеҙ, һине матур ғүмер байрамың - оло юбилейың менән ҡотлап йөрәк түребеҙҙә һаҡланған иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ! Ныҡлы һаулыҡ, рух ныҡлығы, күтәренке кәйеф, көтөлмәгән шатлыҡтар теләйбеҙ, һәр атҡан таң һинең ҡорған матур донъяңа бәрәкәт килтерһен, ғүмереңдең һәр миҙгеле бәхеткә, уңышҡа сорналып уҙһын! Әлегеләй матур булып, йылмайып көлөп, балҡып йәшә, апай! Һине яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ, рәхмәтлебеҙ!
Сабыр ҙа һин, ябай, кешелекле,
Ҡылған эшең — бары изгелек.
Шатлыҡтарҙа үтһен һинең көндәр,
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек.
Хоҙай һиңә сәләмәтлек бирһен,
Беҙҙән һиңә яҡты теләктәр.
Балҡып торған йөҙҙәреңде күреп,
Ҡыуанһындар беҙҙең йөрәктәр!
Иң изге теләктәр менән барлыҡ туғандарың исеменән һылыуың Зөлфиә, кейәүең Азамат, улдарың Айбулат, Илһам, килендәрең Алина, Әдилә һәм уларҙың балалары.