Яҡут ауылы
Йәйҙең матур июль айында ҙур ихтирамға лайыҡ ир-уҙаманы, беҙҙең ҡәҙерле атайыбыҙ Хәйрулла Хәйбулла улы ХӘСӘНОВ 70 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй.
Оло йөрәкле, эшһөйәр, һәр ваҡытта ла хәрәкәттә, һәр эште еренә еткереп башҡара, беҙгә аҡыллы кәңәштәрен биреп, һәр кемгә ярҙам ҡулы һуҙып, бар ергә лә өлгөрөп донъя көтә. Ғаиләһендә ул уңған ғаилә башлығы, ғәзиз балаларына ҡәҙерле атай, уларҙың терәк-таянысы, ейән-ейәнсәрҙәренең яратҡан олатайы.
Атай, 70 йәшлек матур юбилейың менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйбеҙ! Хоҙай һине сәләмәтлектән, күңел тыныслығынан айырмаһын. Алдағы тормошоңда балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең шатлыҡтарын уртаҡлашып, ҡәҙер-хөрмәт күреп, бәхетле ҡартлыҡта ғүмер кисерергә яҙһын!
Юбилейығыҙ ҡотло булһын
70 йәш - ул ҡартлыҡ түгел,
Ғүмерҙең матур сағы.
Гөрләтеп яҡты тормошта,
Бик оҙаҡ йәшә тағы.
Йәшкә ҡарап күңел ҡартаймаһын,
Сапһын, әйҙә, ғүмер саптарың.
Ғүмереңдең әле йәшәп туймаҫ,
Гөрләп торған елле саҡтары.
Иң изге теләктәр менән улы Илгиз, ҡыҙҙары Гөлсинә, Гөлфирә, килене Елена, кейәүе Рәис һәм уларҙың балалары Илназ, Динар, Булат, Ильяс, Ильнара.