Все новости

Таңдарың нурлы, күк йөҙөң аяҙ булһын

Гөлсәсәк САРБАЕВАны ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Таңдарың нурлы, күк йөҙөң аяҙ булһын
Таңдарың нурлы, күк йөҙөң аяҙ булһын

Ялсыҡай ауылы
Ҡәҙерле һылыуыбыҙ, бикәсем, апайыбыҙ, балдыҙыбыҙ Гөлсәсәк Рәкит ҡыҙы САРБАЕВАны - 55 йәшлек матур юбилейың менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Һөйөклөбөҙгә ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, ғаилә шатлығы, ҡайғы-хәсрәтһеҙ көндәр, ак бәхеттәр теләйбеҙ. Киләсәктә лә бөгөнгөләй матур, тормош яратыусан гүзәл зат, уңған, етеҙ хужабикә, бәхетле әсәй, тормош иптәшең Хафиз Хәйҙәр улына тоғро ҡатын, ейән-ейәнсәрҙәреңә хәстәрлекле өләсәй, беҙгә яратҡан һылыу һәм апай булып, яҡындарыңдың күңел йылыһын тойоп, игелектәрен күреп, бәхетле оҙон ғүмер кисерергә яҙһын. Тыуасаҡ таңдарың һәр ваҡыт нурлы, күк йөҙөң һәр ваҡыт аяҙ булһын. Гел шулай йылмайып, кешеләрҙе һөйөндөрөп йәшә.
Юбилейың менән тәбрикләйбеҙ,
Сәләмәтлек теләп иң элек.
Һәр саҡ көнөң үтһен бәхет менән,
Йәшә шатлыҡтарға күмелеп.
Тәбиғәттән изге күңел менән,
Тыуғанһың һин бары яҡшыға.
Фәрештәләр ике ҡанат йәйеп,
Һәр саҡ торһон һинең ҡаршыңда.
Иң изге теләктәр менән Ғүмәровтар, Ҡотлогилдиндар, Мөрсәлимовтар, Кинйәбаевтар ғаиләләре.

Автор:
Читайте нас: