Кинйәбай ауылы
Һөйөклө тормош иптәшем, әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ КИНЙӘБАЕВА Фирҙәүес Ғизәтулла ҡыҙын оло байрамы - 60 йәшлек юбилей менән ҡотлап, уға иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ҡәҙерлебеҙ, һиңә барыһы өсөн дә ҙур рәхмәт, киләсәктә лә тормошобоҙҙоң йәме, тыуған нигеҙебеҙҙең ҡото булып, һаулыҡ сәләмәтлектә, күңел тыныслығы менән оҙон-оҙаҡ ғүмер кисер! Балаларыңдың ҡыуаныслы хәбәрҙәрен генә ишетеп, изгелектәрен күреп, бәхетле йәшә! Һин сабыр ҙа, мәрхәмәтле лә, ярҙамсыл да, гүзәл дә, эшлекле лә! Һиңә тик аяҙ көндәр, яҡты иртәләр, ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер, аҡ бәхеттәр теләйбеҙ.
60 йәш бит әле матур ғүмер,
Борсолма һин килгән ҡартлыҡҡа.
Иҫәнлекте күберәк бирһен Хоҙай,
Ҡалған ғүмер үтһен шатлыҡта.
Ғүмер үтә тимә, иң мөһиме,
Йөрәктәрҙә йәшлек дәрте дөрләһен.
Бәхет шишмәң мөлдөрәмә булһын,
Күңелең борсолоуҙар белмәһен.
Йәшәгән һайын йәшәү дәрте артһын,
Сәләмәт булһын изге йөрәгең.
Йәнең тыныс, ҡанатың ныҡ булһын,
Шатлыҡ менән үтһен һәр көнөң.
Ҡотлау менән тормош иптәше Закир, ҡыҙҙары Ғәлиә, Зәлиә, Гөлфинә, улы Фидаил, килене Ирина, кейәүҙәре Рим, Рәфис, ейәндәре Ислам, Асҡар, Рәхим, Наил, Асман, ейәнсәрҙәре Әҙилә, Айзилә, Рәфилә, Айсинә.