Ҡәҙерлеләребеҙ! Ғүмер байрамығыҙ уңайынан тәбрикләп, һеҙгә йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Күңелегеҙҙән – тыныслыҡ, тәнегеҙҙән – сихәт, тормошоғоҙҙан именлек бер ваҡытта ла китмәһен, балаларығыҙҙың һәр шатлығын, һәр көйөнөсөн үҙенә һыйҙырған йөрәгегеҙ бер ҡасан да борсолоуҙарҙы белмәһен. Балаларығыҙҙың изгелеген күреп, йортобоҙҙоң яҡты нуры булып, донъя рәхәтлектәре кисереп, бәрәкәтле мул тормошта йәшәгеҙ!
Ҙур бәхеттәр юлдаш булһын һеҙгә,
Көнөгөҙҙө шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек — иң ҙур бәхет, тиҙәр,
Шуныһы бигерәк ситләп уҙмаһын.
Һеҙгә булған сикһеҙ хөрмәтебеҙ
Урын алһын йөрәк түрендә.
Шатлыҡ, ҡыуаныстар, сәләмәтлек
Юлдаш булһын ғүмер-ғүмергә!
Ҡотлау менән улдарығыҙ Фәнит, Фәрит, килендәрегеҙ Алһыу, Илүзә, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ Элина, Айhылыу, Алтынай, Айтуган, Алим.