Все новости

Рәхмәт әйтеп, башты эйәбеҙ!

Ошо көндәрҙә бик күркәм ғаилә - Зөлфүрә Зәйнетдин ҡыҙы һәм Ишбулат Тимербулат улы КУКТАШОВтар ғүмерҙәренең күркәм байрамын, туйҙарының 45 йыллығын билдәләй!

Рәхмәт әйтеп, башты эйәбеҙ!
Рәхмәт әйтеп, башты эйәбеҙ!

Беҙҙең ҡәҙерлеләребеҙ бик лайыҡлы, матур, парлы ғүмер ҡорҙолар, улар өс улға ғүмер биреп, уларҙы оҙон тормош юлына сығарып, әлеге көндә улдары бәхетендә, ейән-ейәнсәрҙәр шатлығында Күмертау ҡалаһында гөрләтеп йәшәйҙәр. Яҡындарыбыҙ бик тырыш, егәрле, бер ҡасан да тик ултырмайҙар, бөгөнгө көндә лә баҡса үҫтереп балаларға, туғандарға ярҙам итеп йәшәйҙәр.
Бик матур пар һеҙ - Зөлфүрә, Ишбулат! Беҙ һеҙҙе изге күңелегеҙ, йомартлылығыҙ өсөн яратабыҙ һәм һеҙҙең менән ғорурланабыҙ! Бик күптәргә һеҙ ғаилә өлгөһө булып тораһығыҙ!
Изгелекле, ярҙамсыл туғандарыбыҙҙы ошо байрамдары менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Ныҡлы һаулыҡ, бәхетле, шатлыҡлы, парлы оҙон ғүмер теләйбеҙ!
Һеҙ булғанға беҙ бәхетле,
Ңигеҙегеҙ нурлы, һөйкөмлө.
Аҙашҡанда һәр саҡ юл күрһәтеп,
Яҡтыртыусы йондоҙ шикелле.
Ауырлыҡтар тыуһа был тормошта,
Кәңәш һорап һеҙгә киләбеҙ.
Һеҙҙән күргән изгелектәр өсөн
Рәхмәт әйтеп, башты эйәбеҙ!
Изге теләктәр менән һеңлеһе Фәнизә, апаһы Миниса.

Автор:
Читайте нас: