Все новости

Оло рәхмәт барыһы өсөн дә

Люция ӘЛМӨХӘМӘТОВАны ҡотлайбыҙ! 

Оло рәхмәт барыһы өсөн дә
Оло рәхмәт барыһы өсөн дә

Таймаҫ ауылы
Йәмле матур йәй көнөндә ҡәҙерле әсәйебеҙ - Люция Мәзит ҡыҙы ӘЛМӨХӘМӘТОВА 60 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй.
Ҡәҙерле, hөйөклө әнейебеҙ, hине юбилейың менән ихлас ҡотлайбыҙ. Һиңә оҙон ғүмер, бәхет-шатлыҡ, йән тыныслығы, hаулыҡ-сәләмәтлек теләйбеҙ. Гел шулай, әлеге кеүек, изге күңелле, оло йөрәкле, ярҙамсыл, мәрхәмәтле булып ҡал. Атай менән тигеҙлектә, балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең ҡыуанысын күреп, киленең, кейәүеңдең ихтирамын тойоп, туғандарыңдың, дуҫтарыңдың хөрмәтен hиҙеп оҙаҡ йәшәргә насип булhын.

Һиңә рәхмәт һүҙен, әсәйебеҙ
Белдерәбеҙ байрам көнөндә
Үҫтерҙең һин беҙҙе, кеше иттең
Оло рәхмәт барыһы өсөн дә
Оҙон ғүмер бирһен хоҙай, тибеҙ
Ҡояш бирһен һиңә яҡтылыҡ
Барлыҡ балаларың, ейәндәрең
Килтерһендәр бары яҡшылыҡ.
Иң изге теләктәр менән ҡыҙың Рима, улың Булат, кейәүең Илвир, киленең Вероника, ейән-ейәнсәрҙәрең Камила, Равиль, Амиля.

Автор:
Читайте нас: