Все новости

Күңел тыныслығында йәшәргә яҙһын

Хөрмәтле еҙнәбеҙ Мансур Хайбулла улы МӘҺӘҘИЕВты - 80 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ.

Күңел тыныслығында йәшәргә яҙһын
Күңел тыныслығында йәшәргә яҙһын

Һиңә иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Алдағы тормошоңда һаулыҡ, апайыбыҙ Таңһылыу менән бәхетле оҙон ғүмер, балаларығыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең изгелеген күреп йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ.
Еҙнәбеҙ Мансур хаҡында яҙам тиһәң, үҙе бер тарих, китап яҙмаһы булыр ине. 60 йыл бер ерҙә генә эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан, ул үҙе бер кешенең ғүмере.
1959 йылда 15 йәшлек кенә егет булған сағында Ремонт-механик заводында эш башлаған. 1961 йылда Күмертау машиналар төҙөү заводында булған, ә инде 1967 йылда Күмертау вертолет заводы тип үҙгәртелгән. 1980 йылда Күмертау авиация етештереү предприятиеһы исемен алғас та эшләүен дауам иткән. Мансур еҙнәбеҙ төрлө, бихисап маҡтау ҡағыҙҙары, грамоталары менән бүләкләнгән, 2019 йылда хөрмәткә лайыҡлы булып, 60 йыл эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Шул уҡ заводта Таңһылыу апайыбыҙ ҙа экономист булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Апайыбыҙ менән өйләнешеп, мөхәббәт емештәре - 3 балаға ғүмер бирәләр. Әле дүрт ейән-ейәнсәрҙәрен үҫтерешеп, олатай-өләсәй булып, беҙҙе туғандарын ҡыуандырып йәшәйҙәр, Аллаға шөкөр.
Ҡәҙерлеләребеҙ, киләсәк көндәрегеҙ өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағығыҙ шатыҡ-һөйөнөстәргә генә тулы булып тәгәрәһен. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға ҡыуанып, яҡындарығыҙҙың изгелектәрен күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Апайыбыҙ менән сәләмәтлектә, бәхеттә, күңел тыныслығында йәшәргә яҙһын.
Иң изге теләктәр менән Һөйөновтар, Сәлиховтар ғаиләләре.

Автор:
Читайте нас: