Шәбағыш ауылы
Ҡәҙерлеләребеҙ Фәрит Ғаяз улы менән Рәмилә Ғибәт ҡыҙы Юлдашевтарҙың иңгә-иң терәшеп, бергә ғүмер кисереүҙәренә 50 йыл тулыу менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.
Яҡындарыбыҙға ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, шатлыҡ-ҡыуаныстар, балаларының, туғандарының ҡәҙер-хөрмәтен, иғтибарын, һөйөүен күреп, бәрәкәтле, имен тормошта бәхетле оҙон ғүмер кисереүҙәрен теләйбеҙ!
Алдағы тормошоғоҙ ҙа яҡты, аяҙ көндәрҙән, шатлыҡтарҙан ғына торһон. Беҙ һеҙҙе ныҡ итеп яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ, барыһы өсөн дә рәхмәтлебеҙ! Бала саҡтан ел-дауылдан һаҡлап, тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына сығарҙығыҙ. Алла бирһә, киләсәктә лә иңгә-иң терәшеп, беҙҙең менән бергә оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын. Беҙҙең өсөн һәр саҡ үрнәк һеҙ!
Әсәй бит ул - өйҙөң йылыһы,
Атай - донъя терәге.
Атай менән әсәй бергә булһа,
Тыныс була бала йөрәге.
50 йыл иңде-иңгә ҡуйып,
Бергә тартып тормош арбаһын
Бер-берегеҙҙе һөйөп, беҙгә үрнәк булып
Һәр саҡ туры юлдан барағыҙ.
Сәләмәтлек ташламаһын һеҙҙе,
Һәр бер көнөгөҙ үтһен шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һеҙгә ҡартлыҡта.
Иң изге теләктән менән барлыҡ балаларың исеменән ейәнсәрең Азалия.