Все новости

Рәхмәт һеҙгә булғанығыҙ өсөн

Бөгөн беҙҙең әти менән әниҙең бергә тормош ҡороуҙарына 45 йыл! 

Рәхмәт һеҙгә булғанығыҙ өсөн
Рәхмәт һеҙгә булғанығыҙ өсөн
Әлфиә Сәйдәш ҡыҙы һәм Фәғәл Зәкәриә улы РӘХИМОВтарҙы - донъялағы иң яҡын, ҡәҙерле кешеләребеҙҙе - ошо байрамдары менән ҡотлайбыҙ! 
Әти-әни! Беҙ һеҙгә тигеҙ, бәрәкәтле бәхетле ғүмерҙәр теләйбеҙ, иҫәнлектә-һаулыҡта, беҙҙе һөйөндөрөп, оҙон-оҙаҡ йәшәгеҙ. Һеҙ беҙгә кәрәк, һеҙ беҙгә - терәк. Беҙ һеҙҙе яратабыҙ! 
45 йыл ғүмер уҙып киткән,
Туй көндәре ҡалған йыраҡта,
Ҡайнарлығы һеҙҙең мөхәббәтең
Йөрәктәр һәм йылдар яңырта...
Алтын туйҙар алда көтһөн әле
Ултырырға яҙһын парлашып,
Ғүмер бирһен Раббым йәшәр өсөн
Һандуғастар кеүек һайрашып.
Һеҙ ултырҡан һөйөү гөлөгөҙ
Емештәре булды татырға,
Хәҙер инде һеҙҙе яратып,
Ейәндәр бар йыйылып ҡайтырға.
Әти-әни, әби-бабай тиеп,
Яҙһын әле оҙаҡ өндәшергә,
Пар ҡанаттар бары тигеҙлектә
Ғүмер булһын алда йәшәргә
Туй көнөгөҙ бөгөн, йыйылышып,
Беҙ ҡайтабыҙ әти-әнигә,
Рәхмәт һеҙгә булғанығыҙ өсөн,
Ғүмер биргән өсөн һеҙ беҙгә.
Аҡ бәхеттәр теләйбеҙ беҙ һеҙгә. 
Ихлас теләктәр менән балаларығыҙ Эльвир, Гөлназ, Айнур, Илгиз, килендәрегеҙ Эльмира, Альмира, кейәүең Ринат һәм ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ Артур, Айҙар, Тимур, Инсаф, Эмилина, Азалия, Самира, Аскар.
Автор:
Читайте нас: