Все новости

Йәшә шатлыҡтарға күмелеп!

Яманғол ауылында йәшәүсе, оҙаҡ йылдар район "Йәнтөйәк"башҡорт халыҡ фольклор ансамбленең әүҙем ҡатнашыусыһы Миңзифа Ғәли ҡыҙы Мөрсәлимова ошо көндәрҙә күркәм юбилейын - 75 йәшен билдәләне.

Йәшә шатлыҡтарға күмелеп!
Йәшә шатлыҡтарға күмелеп!

Ул ансамбль барлыҡҡа килгәндән тиерлек ҡатнаша башлай һәм даими репитицияларға ауылдан килеп, халҡыбыҙҙың моңло хазинаһын таратыуға, һаҡлауға күп көсөн һала.
Миңзифа апай киң күңелле, иғтибарлы, яғымлы кеше, ихлас күңелле, алсаҡ йөҙлө. Балаларына, туғандарына һәм яҡындарына терәк булып, ярҙам итеп йәшәй.
Беҙ, ансамбль ағзалары, Миңзифа апайҙы хөрмәт итәбеҙ, беҙҙең бер туғандарҙай татыу, ансамблебеҙҙең ҡото булып, бәхет шатлыҡта, һау- сәләмәт булып, донъяның йәмен тойоп, балаларының изгелектәрен күреп, оҙон, бәхетле ғүмер кисереүен теләйбеҙ.
Беҙ һине яратабыҙ һәм ихтирам итәбеҙ!
Юбилейың менән тәбрикләйбеҙ,
Сәләмәтлек теләп иң элек.
Һәр бер көнөң үтһен бәхет менән,
Йәшә шатлыҡтарға күмелеп!
Ҡотлау менән һинең "Йәнтөйәктәрең".

Автор:
Читайте нас: