Все новости

Эштәрең уң, һаулығың ныҡ булһын

Азат МӘҠСҮТОВҡа иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!

Эштәрең уң, һаулығың ныҡ булһын
Эштәрең уң, һаулығың ныҡ булһын

Яҡшымбәт ауылында тыуып үҫкән, бөгөнгө көндә Күгәрсен районы Йомағужа ауылында йәшәүсе беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле, иң яҡын кешебеҙ, яратҡан улыбыҙ, хәстәрлекле абзыйым, ҡайнағам, бабайыбыҙ - Азат Альберт улы МӘҠСҮТОВты – йәшлегенең күркәм байрамы – 35 йәшлек юбилейы менән ҡотлап йөрәк түребеҙҙәге иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ, һине күркәм байрамың менән тәбрикләп: ныҡлы һаулыҡ, именлек, күңел тыныслығы, шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйбеҙ. Ҡайғы-хәсрәтһеҙ, яҡындарыңа терәк-таяныс булып, изгелектәрен күреп, ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, шатлыҡтарына һөйөнөп йәшәргә яҙһын һиңә.
Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булһын. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға һоҡланып, үткән ғүмереңә үкенмәй, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, беҙҙе ҡыуандырып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмерҙә тормош иптәшең, ҡыҙҙарың менән бергә йәшә лә йәшә әле.
Һинең алсаҡлығың, ихласлығың
Тартып тора беҙҙе үҙенә.
Бирешмәйсә тормош елдәренә
Ҡыйыу атла ғүмер үренә.
Күңелең шат, йөҙөң көләс булһын,
Бер ҡасан да, һис тә бойоҡма.
Эштәрең уң, һаулығың ныҡ булһын,
Бар теләгең ашһын тормошҡа.
Ҡотлау менән әсәйең Лилиә, Радик абзыйың, Лиана туғаның, Венер кейәүең һәм уларҙың балалары.

Автор:
Читайте нас: