Күмертау ҡалаһы
Ҡәҙерле кешебеҙ Гөлфиә Фәниәз ҡыҙы ХӘМИТОВАны 33 йәше тулыу менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ.
Уңған, тынғыһыҙ, хәстәрлекле, сабыр йөрәкле яҡыныбыҙға ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, имен, бәрәкәтле тормошта донъябыҙҙы нурлы итеп бәхетле йәшәүен теләйбеҙ. Беҙгә йылылыҡ өләшеүсе йөрәгеңә тағы ла йәшәү дәрте, донъяға булған һөйөү көсө өҫтәлһен, ихлас хәстәрҙәрең үҙеңә лә ҡот-ырыҫ булып ҡайтһын. Киләсәктә лә тормошҡа һөйөнөп, ҡәҙер-хөрмәт күреп, атыр таңдарың өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡтарға ғына тулып тәгәрәһен. Йәшеңә йылдар өҫтәлһә лә, дәрт- дарманың күп йылдарға етһен, йөҙөңдән һис ҡасан йылмайыу, бәхет нуры китмәһен.
Бәхет шишмәләрең тулып аҡһын,
Имен булһын тыуыр таңдарың.
Яңдарыңда булһын пар ҡанатың,
Гел шатлыҡта үтһен көңдәрең.
Оҙон булһын ғүмерең,
Тыныс булһын һәр саҡ күңелең.
Бәхет шишмәләрең мул аҡһын,
Ҙур шатлыҡтар менән таң атһын!
Иң изге теләктәр менән әсәйең һәм барлыҡ туғандарың.