Яҡшымбәт ауылы
Хөрмәтле ағайыбыҙ Рауил Ғайзулла улы МӘҠСҮТОВты 75 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.
Һиңә ғүмер миҙгелеңдең матур байрамында иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Алдағы тормошоңда һаулыҡ сәләмәтлектә, күңел тынысылығнда, еңгәбеҙ Рима менән бәхетле оҙон ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ. Киләсәктә лә балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең изгелектәрен күреп, тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға ҡыуанып ғүмер кисерергә яҙһын.
Һиңә тик аяҙ көндәр, яҡты иртәләр, ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер, аҡ бәхеттәр генә юлдаш булһын.
Ҡотло булһын һинең юбилейың,
Бәхет-шатлыҡ килһен ишелеп.
Ҡайғы-хәсрәт һәр саҡ урап үтһен
Һин йәшәгән өйҙөң ишеген.
Сәләмәтлек ташламаһын һине,
Һәр бер көнөң үтһен шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡта.
Иң изге теләктәр менән һылыуҙарың, кейәүҙәрең һәм уларҙың балалары.