Все новости

Һин беҙгә бик ныҡ кәрәк

Рауил МӘҠСҮТОВты 75 йәшлек күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.

Һин беҙгә бик ныҡ кәрәк
Һин беҙгә бик ныҡ кәрәк

Яҡшымбәт ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған тормош иптәшем, әтейебеҙ, олатайыбыҙ Рауил Ғайзулла улы МӘҠСҮТОВты ғүмеренең матур байрамы - 75 йәшлек күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, һине байрамың менән ҡотлап, ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең иң ҙурын, шатлыҡтарҙың иң олоһон юллайбыҙ! Кешелекле, изге күңелле, тырыш, уңған яҡыныбыҙ барыбыҙ өсөн дә өлгө һәм терәк. Артабан да әлегеләй йомарт, алсаҡ йөҙлө, изге күңелле булып, ауырымай-һыҙланмай беҙҙең менән бергә оҙон ғүмер итеүеңде теләйбеҙ. Киләсәк тормошта һәр атҡан таңға ҡыуанып, яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, беҙгә терәк булып, бәхетле оҙон ғүмер кисерергә Хоҙай насип итһен.
Һин булғанға беҙҙең тормош матур,
Һин бит беҙгә оло терәк.
Йондоҙҙарға ай нисек кәрәк,
Һин дә беҙгә шулай бик кәрәк.
Именлектә йәшә, ҡәҙерлебеҙ,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен,
Сәләмәтлек - үҙе бәхет бит ул,
Хоҙай шунан мәхрүм итмәһен.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәше һәм балалары.

Автор:
Читайте нас: