Все новости

Тормош һеҙҙе яңғыҙ итмәһен

 Мәндүзә менән Фәрғәт СЫНБУЛАТОВТАРҙы ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Тормош һеҙҙе яңғыҙ итмәһен
Тормош һеҙҙе яңғыҙ итмәһен

Яҡшымбәт ауылы
Ҡәҙерле кешеләребеҙ Мәндүзә Ноғоман ҡыҙы менән Фәрғәт Мөхтәр улы СЫНБУЛАТОВТАРҙы иңгә-иң терәшеп йәшәүҙәренә 45 йыл тулыу менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Һөйөклөләребеҙ, һеҙ күпме юлдар үттегеҙ ҙә, күпме һыуҙар кистегеҙ. Ауыр миҙгелдәрҙә лә бер-берегеҙгә терәк, бер-берегеҙгә кәрәк булып, матур йәшәйһегеҙ! Тормоштоң ниндәй генә сағы булмаһын, бирешмәнегеҙ, намыҫлы хеҙмәт юлы үттегеҙ. Алдағы көндәрегеҙ ҙә шатлыҡтарҙан, аяҙ көндәрҙән генә торһон. Иҫәнлек һәм күңел тыныслығы теләйбеҙ һеҙгә, яҡындарыбыҙ!
Һеҙгә булған рәхмәттәребеҙҙе һүҙ менән генә әйтеп бирергә мөмкин түгел. Беҙҙең өсөн һәр саҡ үрнәк һеҙ, кешеләргә ихтирамлы булдығыҙ. Һеҙгә сәләмәтлек, оҙон ғүмер, шатлыҡ-ҡыуаныстар, ғаилә бәхете теләйбеҙ. Бер-берегеҙгә булған йылы хистәрегеҙ олоғайған көндәрегеҙҙә лә юғалмаһын, иңде-иңгә ҡуйып 45 йыл татыу ғүмер кисергән кеүек киләсәктә лә пар ҡанаттарығыҙ ҡайырылмаһын. Яҡындарығыҙҙың изгелеген күреп, уларға терәк-таяныс булып, оҙаҡ йылдар бәхетле пар булып ғүмер кисерергә яҙһын.
Һеҙҙең тормош юлы - матур тарих,
Күптәр өсөн өлгө булырлыҡ!
Рәхмәт, тибеҙ бар йөрәктән,
Һеҙҙең ғүмер - беҙҙең ғорурлыҡ!
Парлап ҡанат ҡағыу еңелерәк,
Тормош һеҙҙе яңғыҙ итмәһен.
Тормош шишмәләрегеҙ сылтырап аҡһын,
Мәңге-мәңге һыуы кипмәһен!
Иң изге теләктәр менән барлыҡ туғандарығыҙ исеменән улығыҙ Ринат, ҡыҙығыҙ Филиә, ейәнегеҙ Азамат, ейәнсәрегеҙ Әлиә, апайығыҙ Мәүлиҙә, туғанығыҙ Рәмил, киленегеҙ Әлфиә.

Автор:
Читайте нас: