Все новости

Тыуған нигеҙебеҙҙең нуры

Рима ӘБЙӘЛИЛОВАны ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Тыуған нигеҙебеҙҙең нуры
Тыуған нигеҙебеҙҙең нуры

Горный Ключ ауылы
Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле, иң яҡын, ғәзиз кешебеҙ, һөйөклө тормош иптәшем, әнейебеҙ, өләсәйебеҙ – Рима Рауил ҡыҙы ӘБЙӘЛИЛОВАны ғүмеренең күркәм байрамы - 65 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ, һинең хаҡта ниндәй генә һүҙҙәр яҙһаҡ та, аҙ булыр һымаҡ. Сөнки һинең йомарт, нескә күңелеңде, тырышлығыңды, уңғанлығыңды әйтеп бөтөрлөк түгел. Һин булғанда беҙ ысын мәғәнәһендә бәхетлебеҙ, йылы һүҙҙәрең, аҡыллы кәңәштәрең менән беҙҙең өсөн һин терәкһең, кәрәкһең.
Ошо матур байрамыңда һиңә барыһы өсөн дә ҙур рәхмәттәр әйтеп, ныҡлы сәләмәтлек, бөтмәҫ дәрт теләйбеҙ, киләсәктә лә яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, балаларыңдың изгелеген күреп, йортобоҙҙоң яҡты нуры булып, донъя рәхәтлектәре кисереп, бәрәкәтле мул тормошта, беҙгә терәк булып, тыуған нигеҙебеҙҙең нурын һаҡлап, атайыбыҙ менән бергә оҙон-оҙаҡ парлы ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ.
Беҙ теләйбеҙ һиңә оҙон ғүмер,
Шатлыҡтарың иң-иң олоһон.
Бәхеттәрҙең мәңгелеген генә,
Ә ғүмерҙең яҡты, нурлыһын!
Ҡәҙерлебеҙ, оҙон-оҙаҡ йәшә,
Яҡты нурҙар һибеп донъяға.
Беҙ бәхетле яныбыҙҙа һәр саҡ,
Һин иҫән-һау ғына булғанда!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Динислам, улың Руслан, ҡыҙың Роза, киленең Әлфиә, кейәүең Илнур, ейән-ейәнсәрҙәрең Вилдан, Диана, Эвелина, Ильвина, Азалия, Линар.

Автор:
Читайте нас: