Яңы Юл ауылы
Ҡәҙерле апайыбыҙ, инәйебеҙ Фәүриә Нурғәли ҡыҙы ИСХАҠОВАны матур ғүмер байрамы - 55 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, йән һәм күңел тыныслығы, шатлыҡ-ҡыуаныстар, бәхетле, бәрәкәтле, оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Тынғыһыҙ, сабыр йөрәкле, изге күңелле, ярҙамсыл, оҫта ҡуллы, кешелекле яҡыныбыҙға киләсәктәлә бар хыялдарының тормошҡа ашыуын теләйбеҙ. Һәр атҡан таңға шатланып, матур тормошҡа ҡыуанып, балаларының бәхетен күреп йәшәргә насип булһын. Йөрөгән юлдары уң булһын.
55 йәш күп тә, аҙ ҙа түгел,
Күңелгенәң һис тә төшмәһен,
Һиңә насип булған бәхет, шатлыҡ,
Яҡты көндәр мәңге үтмәһен.
Илле бишең ҡотло булһын,
Хоҙай һиңә һаулыҡ бирһен.
Һыҙылып атҡан сихри алһыу таңдар
Килһен һиңә ҡояш, нур булып.
Сәләмәтлек, бәхет юлдаш булһын,
Ҡыуаныстар килһен урғылып!
Иң изге теләктәр менән бөтә туғандары исеменән Фәнилә һылыуың, Айҙар кейәүең һәм уларҙың балалары.