Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә

Вәкил СОЛТАНГӘРӘЕВты ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргәХоҙай ҡушһын бергә йәшәргә
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә

Ивановка ауылы
Ҡәҙерле улым, туғаным, абзыйыбыҙ, бабайыбыҙ Вәкил Сәмерхан улы СОЛТАНГӘРӘЕВты 60 йәшлек матур юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Туғандарына иғтибарлы, ихтирамлы, яғымлы, ярҙамсыл булған ҡәҙерлебеҙгә оҙон ғүмер, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, бөтмәҫ шатлыҡ, ҡайғы-хәсрәт күрмәй йәшәүен теләйбеҙ. Беҙ уны яратабыҙ, уның менән ғорурланабыҙ. Зәлифә килен менән матур тормошта йәшәүҙәренә ҡыуанабыҙ. Киленебеҙҙең дә август айында тыуған көнө, уға ла ихлас ҡотлауҙарыбыҙҙы юллайбыҙ. Яҡындарыбыҙ үҙ тырышлыҡтары менән Ивановка ауылында өй һалып сыҡтылар. Улар ике ул, бер ҡыҙ үҫтереп, матур тормош юлына аяҡ баҫтырҙылар.
Ҡәҙерлебеҙ оҙаҡ йылдар Ҡансыра ер аҫты газ һаҡлау идаралығында эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Әле лә хаҡлы ялдамын тип тормай Маяҡ ҡасабаһында эшләп йөрөй. Атайҙан күргән - уҡ юнған тиҙәр бит. Малайҙары ла үҙенә оҡшап тырыштар. Киләсәктә лә балаларының ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, яҡындарының изгелеген күреп, оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип булһын.
Донъя мәшәҡәтен еңә килдең,
Бирешмәнең ҡырыҫ елдәргә.
Тырышлығың, эшкә ихласлығың,
Һүрелмәһен ғүмер-ғүмергә.
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итсе тыуған көнөңдә.
Бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ юлдаш
Булһын тормош күгендә.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Иң изге теләктәр менән әсәһе Фариха, апайы Фәүриә һәм уның ҡыҙҙары, кейәүҙәре, ейән-ейәнсәрҙәре.

Автор:
Читайте нас