+14 °С
Облачно
Яңы Таймаҫ ауылы
Ҡәҙерле әнейем, ҡәйнәм, өләсәйебеҙ Зәлифә Фәтҡлислам ҡыҙы ИСМӘҒИЛОВАны күркәм 75 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Әней! Күк йөҙөндәге ҡояш кеүек һин беҙҙең тормошобоҙҙо яҡтыртыусы һәм йылытыусы кешебеҙ! Ҡәҙерлебеҙ беҙҙең, ныҡлы сәләмәтлектә тыуған йортобоҙға йәм биреп, дуҫтар-туғандар ихтирамында, беҙ — балаларың игелегендә, изгелегендә иҫәнлектә, именлектә оҙаҡ йәшәүеңде теләйбеҙ.
Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,
Үтер юлыбыҙға үрнәк һин.
Сабырһың да, оло йәнлеһең дә,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дә,
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,
Тормош йәмле тик һин булғанға!
Иң изге теләктәр менән улың Фәнил, киленең Сания һәм ейән- ейәнсәрҙәрең.