Все новости
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
5 Августа 2024, 09:52

Һәр саҡ кәрәк һин!

Юныс УСМАНОВты ҡотлайбыҙ!

Һәр саҡ кәрәк һин!
Һәр саҡ кәрәк һин!

Зәк-Ишмәт ауылы
Изге йәнле, киң күңелле, ҡәҙерле тормош иптәшем, әтейебеҙ, бабайыбыҙ Юныс Мансур улы УСМАНОВ үҙенең матур 55 йәшлек юбилейын ҡаршы ала.
Ҡәҙерлебеҙ, һине күркәм тормош байрамың менән ҡайнар ҡотлайыбыҙ. Һиңә ныҡлы һаулыҡ, тыныс иртәләр, күтәренке көр күңел, рухи ныҡлыҡ теләйбеҙ. Оҫта ҡуллыһың, һәр эште лә еренә еткереп башҡараһың. Тормошта ла үҙеңдең тырышлығың менән һәр нәмәгә өлгәштең. Киләсәктә лә парлы булып тыныслыҡта, муллыҡта, балаларыңдың ҡәҙер-хөрмәтендә бәхетле ҡартайырға, ейән-ейәнсәрҙәреңдең изгелеген, рәхмәтен күреп оҙон-оҙаҡ тигеҙ ғүмер итергә яҙһын. Һин беҙгә оло таяныс та, ышаныс та, яҡлаусыбыҙ ҙа. Артабан да ҡайғы-хәсрәт күрмәй, яҡындарыңдың хөрмәтен тойоп йәшәргә булһын.
Йәшәү терәге һин беҙҙең өсөн,
Кешелеген менән үрнәк һин.
Мең - мең рәхмәт әйтәбеҙ,
Һәр саҡ кәрәк һин!
Донъяла булған барлыҡ изге теләктәр теләп, яратып, хөрмәт итеп ғаиләң: тормош иптәшең Альмира, улдарың Денис, Илдус, килендәрең Резида, Диана, ейәнсәренең Айнель.

Автор:
Читайте нас: