Йомағужа ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған улыбыҙ, мырҙабыҙ, ағайыбыҙ Айнур Фәнүр улы БАҠЫЕВ үҙенең 30 йәшлек матур юбилейын билдәләй.
Ҡәҙерлебеҙ, һине күркәм байрамың менән ысын күңелдән ҡотлап, иң изге, яҡты, матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Һәр ваҡытта ла шулай изге күңелле булып ҡал. Һиңә бәхеттең иң ҙурын, шатлыҡтарҙың иң олоһон юллайбыҙ. Күңел тыныслығы, сикһеҙ бәхеттәр, яҡшы күтәренке кәйеф юлдаш булһын һиңә. Киләсәктә лә эшеңдә уңыштар, ҡоростай ныҡлы сәләмәтлек, яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ.
Һинең әле шундай сағың
Паҡлы, сибәр сағың.
Онотма шундай сағыңды,
Ҡабатланмаҫ ул тағын.
Ҡабатланмаҫ сағыңдың һин
Ҡәҙерен белеп кенә йәшә бер үк,
Был донъяла һөйөп-һөйөлөп кенә.
Яҙҙарҙан дәрт, наҙҙар алып,
Йәйҙәрҙән сафлыҡ алып,
Аҡ буранлы аҡ ҡыштарҙан
Йәнеңә паҡлыҡ алып.
Шулай йәшәһәң генә
Ғүмерең гөрләп уҙар.
Иң изге теләктәр менән әсәйең Фәимә, атайың Фәнүр, апайың Лилиә, мырҙаң Морат, еҙнәң Руслан.