Ең һыҙғанып йәшәр саҡ ҡына

Лира РӘХМӘТУЛЛИНА матур ғүмер байрамын билдәләй.

Ең һыҙғанып йәшәр саҡ ҡынаЕң һыҙғанып йәшәр саҡ ҡына
Ең һыҙғанып йәшәр саҡ ҡына

Күмертау ҡалаһы
Беҙҙең ҡәҙерле кешебеҙ Лира Рәфис ҡыҙы РӘХМӘТУЛЛИНА 35 йәшлек матур ғүмер байрамын билдәләй. Ҡәҙерлебеҙҙе тыуған көнө менән ҡотлап, уға иң яҡты, иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Беҙҙең Лира уңған тырыш, хужабикә лә, аҡыллы тормош иптәше лә, балаларына яратҡан өлгөлө әсәй ҙә. Матур юбилейы менән ҡотлап, беҙ уға иҫәнлек-һаулыҡ, ғаилә именлеге, бәхетле - ҡыуаныслы тормош теләйбеҙ. Гел шулай, әлеге кеүек, изге күңелле, оло йөрәкле, ярҙамсыл, мәрхәмәтле булып ҡал. Беҙ һине яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ.

Тәбрикләйбеҙ юбилейың менән,
Йәшлек бит ул – сәскә саҡ ҡына.
Ташып торған йәшлек дәрте менән
Ең һыҙғанып йәшәр саҡ ҡына.
Ҡотлау менән Рәхмәтуллиндар, Хәсәновтар, Фазыловтар ғаиләләре.

Автор:
Читайте нас