Все новости
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
10 Августа 2024, 09:59

Оҙаҡ йәшә беҙҙең арала

 Илдар БАЙДӘҮЛӘТОВ 60 йәшлек юбилейын билдәләй! 

Оҙаҡ йәшә беҙҙең арала
Оҙаҡ йәшә беҙҙең арала
Кинйәбай ауылы
Ҡәҙерле кешебеҙ - Илдар Нурғәле улы БАЙДӘҮЛӘТОВ үҙенең күркәм байрамын - 60 йәшлек юбилейын билдәләй.

Атайыбыҙ йәйҙең йәмле көнөндә Нәйлә һәм Нурғәле Байдәүләтовтар ғаиләһендә 5-се бала булып донъяға килгән. Эш ҡыҙыу мәлендә тыуғанға, ул иҫ киткес эшһөйәр, ярҙамсыл, сабыр холоҡло кеше. Бала-саҡтан атаһына йорт эштәре менән ярҙам итә, бал ҡорттары ҡарауҙа уның ярҙамы баһалап бөткөһөҙ була.

Атайыбыҙ хеҙмәт юлын тыуған ауылында водитель булараҡ башлап ебәрә. Оҙаҡ йылдар Күмертау ҡалаһының «БыРыэС» ойошмаһында эшләне. Ул йылдарҙа ауылға ҡайтып КРАЗ, МАЗ машиналарында бесән ташып ата-әсәһенә, ҡәйнәһенә, туғандарында күп ярҙам итте. Шулай уҡ атайыбыҙ «ТЭЦ» ойошмаһында, аҙаҡ Себер яҡтарында көнө-төнө армай-талмай эшләп алды. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн бик күп Маҡтау грамоталары, рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.

Әлеге ваҡытта атайыбыҙ әсәйебеҙ Гөлсөм Булат ҡыҙы менән тыуған ауылдары Ҡаҙармаға ҡайтып, йорт һалып, гөрләтеп тормош көтәләр. Тыуған төйәккә ҡайтҡан һайын беҙҙе тәмле аштары, мул табын менән ҡаршы алалар. Беҙ көс, дәрт алып ҡайтабыҙ ата-әсәй усағынан. Шуның өсөн һеҙгә ҙур рәхмәтлебеҙ. Тағы ла оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын. Ныҡлы һаулыҡ һәм дәрт-дарман теләйбеҙ.

Рәхмәт, атай, һиңә мең-мең рәхмәт,
Бар нимәгә булдың түҙемле.
Сәләмәт бул, ҡайғылар һис күрмә,
Хоҙай ололаһын үҙеңде.
Төрлө саҡты күргәнһеңдер, атай,
Йөрәгеңдә күптер яра ла.
Кәңәшсебеҙ, терәгебеҙ булып
Оҙаҡ йәшә беҙҙең арала.

Ҡотлау менән хәләл ефетенең, балаларың, ейәндәрең һәм ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарың.
Автор:
Читайте нас: