Все новости

Һәр бер көнөң үтһен бәхет менән

Альмира ҠАҘБАЕВАны 80 йәшлек юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Һәр бер көнөң үтһен бәхет менән
Һәр бер көнөң үтһен бәхет менән

Ҡәҙерле әнейебеҙ, ҡәйнәбеҙ, өләсәйебеҙ Альмира Тибәҙулла ҡыҙы ҠАҘБАЕВАны 80 йәшлек юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Тырыш, хәстәрлекле, сабыр йөрәкле яҡыныбыҙға ҡакшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, бәрәкәтле тормошта бәхетле йәшәүен теләйбеҙ. Киләсәктә лә тормоштан йәм табып, күңел йылың менән тирә-йүнде яҡтыртып, бәхет нурҙарына ҡойоноп, муллыҡта, татыулыҡта йәшә. Ғүмер йомғағың шатлыҡ-ҡыуаныстар менән генә тәгәрәһен, күңелеңдәге бәхет ҡошо һәр ваҡыт шатлыҡтар ғына юрап һайраһын. Киләсәктә лә шулай алсаҡ, асып күңелле, миһырбанлы булып ҡал. Йөҙөңдән бер ваҡытта ла йылмайыу китмәһен. Балаларыңдың яҡындарыңдың иҙгелеген күреп, хөрмәтен тойоп, уларға терәк-таяныс булып, тағы ла оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Юбилейың менән тәбрикләйбеҙ сәләмәтлек теләп иң элек, һәр саҡ көнөң үтһен бәхет менән йәшә шатлыҡтарға күмелеп.
Тәбиғәттән изге күңел менән
Тыуғанһың һин бары яҡшыға.
Фәрештәләр ике ҡанат йәйеп
Һәр саҡ торһон һинең ҡаршыңда.
Иң изге теләктәр менән улдарың, ҡыҙың, килендәрең, кейәүҙәрең һәм 9 ейән-ейәнсәрҙәрең, 11 бүлә-бүләсәрең.

Автор:
Читайте нас: