Яңы Таймаҫ ауылы
Ҡәҙерле әнейебеҙ,ҡәйнәбеҙ, өләсәйебеҙ Лида Марис ҡыҙы СОЛТАНГӘРӘЕВАны тыуған көнө, күркәм юбилейы - 60 йәше менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, һинең хаҡта ниндәй генә һүҙҙәр яҙһаҡ та, аҙ булыр һымаҡ. Сөнки һинең йомарт, нескә күңелеңде, тырышлығыңды, уңғанлығыңды әйтеп бөтөрлөк түгел. Һин булғанға беҙ ысын мәғәнәһендә бәхетлебеҙ, йылы һүҙҙәрең, аҡыллы кәңәштәрең менән беҙҙең өсөн һин терәкһең, кәрәкһең.
Ошо матур байрамыңда һиңә барыһы өсөн дә ҙур рәхмәттәр әйтеп, ныҡлы сәләмәтлек, бөтмәҫ дәрт теләйбеҙ, киләсәктә лә беҙҙең һәм яҡындарыңдың изгелеген күреп, хөрмәтен тойоп, донъя рәхәтлектәре кисереп, бәрәкәтле мул тормошта, беҙгә терәк булып оҙон ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ.
Кешелекле бит һин, изге йәнле,
Ярҙамсыл һин дуҫҡа, туғанға.
Һинән ғәзиз кеше бармы икән?
Беҙ бәхетле тик һин булғанға.
Һыҙылып атҡан сихри алһыу таңдар
Килһен һиңә ҡояш, нур булып.
Сәләмәтлек, бәхет юлдаш булһын,
Ҡыуаныстар килһен урғылып!
Иң изге теләктәр менән улың Илнур, киленең Юлиә, ҡыҙың Гөлнур, кейәүең Руслан, ейән - ейәнсәрҙәрең Радмир, Лиана, Нәғим, Гөлсиә, Гөлфирә, Руфина, Рәмзил.