Сәбәбе ни? Бик оло байрам- район хакимиәте башлығы урынбаҫарының тыуған көнө.
Урал Ибраһимов, ҙурҙан ҡубып, әҙерләнгән дә ҡуйған.
- Ҡотлоюлдан алып киленгән барыһы ла, ҡаҙыһы ғына - "Ватан", - тип ҡыҫтаны ул барсаһын. Туҫтаҡтар күтәрелде, теләктәр яңғыраны. Беҙ ҙә бер кәлимә һүҙ әйттек: Урал Дамир улы, өҫтәлегеҙ бай, күңелегеҙ киң, артабан да бай булып, Нәркәс Рауил ҡыҙы, балаларығыҙ менән иҫәнлектә-һаулыҡта йәшәргә яҙһын. Иң мөһим теләгебеҙ ошо - ир бәхетенән айырмаһын һеҙҙе. Нимә ул ир бәхете? Балаларға терәк атай, ҡатынға һөйгән ир, туғандарға һәр саҡ кәрәк туған, дуҫтарға - тоғро дуҫ.