Мирасов Хәсән Әҡсән улы 1959 йылдың 23 авгусында Ғәйнелхәйәт һәм Әҡсән Мирасовтарҙың ғаиләһендә 4 бала араһында 3-сө бала булып донъяға килә. Әсәһе уҡытыусы, атаһы Киров исемендәге колхозда завхоз булып эшләй. Башланғыс белемде тыуған ауылында, урта белемде күрше Яңы Мораптал ауылында ала. Хәсән Әҡсән улы әрме бурысын Алыҫ Көнсығышта танкист булып үтәп, хеҙмәт юлын тыуған ауылында малсы булып башлай. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә, үҙенең тырышлығы менән, етәкселәрҙең ышанысын яулап өлгөргән егетте хисапсы итеп ҡуялар. Унан ферма мөдире, аренда осоронда звено етәксеһе лә була, бригадир вазифаһын да йөкмәтәләр уға. Әммә ләкин ер эше нығыраҡ тарта уны, үҙ теләге менән механизаторлыҡҡа күсә. Күп йылдар сөгөлдөр сәсеп, тырышып иген үҫтергәне өсөн 2001 йылда беренсе президентыбыҙ Мортаза Рәхимов ҡулынан “Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” миҙалын ала. Маҡтау ҡағыҙҙары, Почет грамоталары бихисап уның. Хеҙмәт кенәгәһендә бер генә юл: Киров исемендәге хужалыҡ.
Тормош иптәше Гәүһәр Марат ҡыҙы менән өс бала үҫтерҙеләр. Хәҙер инде һәр береһе үҙ аллы донъя көтә. Ике ейән, ике ейәнсәргә олатай, өләсәй улар.
Афариндар!
Һөйөклө тормош иптәшемде, атайыбыҙ, олатайыбыҙҙы, туғанымды тыуған көнө менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Киләсәктә иҫәнлек-һаулыҡ, ҡоростай ныҡлы сәләмәтлек, бәхетле, мөхәббәтле, парлы, оҙон ғүмер теләйбеҙ! Һәр ваҡыт шулай йылмайып, бәхеттә, шатлыҡта йәшәргә яҙһын!
Ҡотлау менән барлыҡ яҡындары исеменән Ләйсән ҡыҙы.