Таймаҫ ауылында тыуып үҫкән, бөгөнгө көндә Абдул ауылында йәшәүсе ҡәҙерле кешебеҙ - Гөлназ Ришат ҡыҙы СӨЛӘЙМӘНОВАны ғүмеренең күркәм байрамын - 50 йәшлек юбилейы менән ҡотлап, иң изге иң йыл теләктәребеҙҙе юллайбыҙ.
Шулай уҡ, ошо көндәрҙә уның тормош иптәше, кейәүебеҙ Фәнүр Марат улы менән иңгә-иң терәшеп, татыу ғүмер итеүҙәренә лә 30 йыл.
Ҡәҙерлеләребеҙ, һеҙҙе күркәм байрамығыҙ менән ҡотлап, артабанғы тормош юлығыҙҙа ла, әлегеләй матур, татыу булып, мул тормошта, ҡулға-ҡул тотоноп йәшәүегеҙҙе, балаларығыҙҙың игелектәрен күреп, уларҙың уңыштарына ҡыуанып ғүмер итеүегеҙҙе теләйбеҙ!
Йөрәктәрҙән сыҡҡан наҙлы һүҙҙәр,
Күңелдәрҙә булған саф хистәр,
Оҙон ғүмер, яҡты матур тормош –
Беҙҙең һеҙгә әйтер теләктәр.
Пар имәндәр кеүек йәшәгеҙ һеҙ,
Кейәү, һылыу, һәр саҡ гөрләшеп.
Яҙҙар һайын ҡайтҡан пар аҡҡоштар,
Осһон әле һеҙҙән көнләшеп!
Иң изге теләктәр менән яҡындарығыҙ: Аҙнабаевтар һәм Әҙеһәмовтар ғаиләләре.