Яңы Таймаҫ ауылы
Ҡәҙерле атайыбыҙ, олатайыбыҙ Илдар Ғәли улы менән һөйөклө әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Зөбәйҙә Юмадил ҡыҙы Абдуллиндарҙы күркәм байрамдары - алтын туйҙары менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Алтын туй - йылдар һынауына бирешмәгән оло мөхәббәттең сағылышы ул. Ярты быуат ғүмер бергә йәшәү өсөн кешеләргә күпме сабырлыҡ, түҙемлек, аҡыл, өмөт-ышаныс талап ителә. Ҡәҙерлеләребеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, ҡояштай оҙон ғүмер, күңел тыныслығы, бәхеттең иң ҙурыһын, шатлыҡтарҙың иң олоһон юллайбыҙ. Артабан дә бергә-бергә шатлыҡта, ҡыуаныста һәм бәхеттә генә йәшәргә яҙһын һеҙгә!
Сәләмәтлек һеҙҙе ташламаһын,
Аяҡ-ҡулдарығыҙ булһын һыҙлауһыҙ.
Балаларығыҙ,туғандарығыҙ менән
Оҙаҡ йәшәгеҙ һис бер ҡайғыһыҙ!
Иң изге теләктәр менән һеҙҙең ҡыҙҙарығыҙ, кейәүҙәрегеҙ, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ.