Все новости

Ҡартайырға бер ҙә ашыҡма

Дания СӨЛӘЙМӘНОВА 55 йәшлек матур юбилейын байрам итә!

Ҡартайырға бер ҙә ашыҡма
Ҡартайырға бер ҙә ашыҡма

Абдул ауылында туып үҫеп, әлеге көндә Ермолаево ауылында йәшәүсе беҙҙең ҡәҙерле ҡыҙым, һеңелебеҙ, апайыбыҙ Дания Роберт ҡыҙы СӨЛӘЙМӘНОВА 55 йәшлек матур юбилейын байрам итә!
Ҡәҙерлебеҙҙе ихлас күңелдән тыуған көнең менән ҡотлайбыҙ. Һиңә аяҙ күк йөҙө, муйыл сәскәһендәй аҡ бәхеттәр, ҡоростай ныҡлы сәләмәтлек, ҡояштай оҙон ғүмер, сикһеҙ шатлыҡтар теләйбеҙ. Сабыр холоҡло, мәрхәмәтле, ярҙамсыл, ҡәҙерленән ҡәҙерле һин. Киләсәктә лә киң күңелле, асыҡ йөҙлө, оло йөрәкле булып ҡал. Хоҙай на¬сип итһен һиңә алдағы көндәреңдә лә сәләмәтлек менән парлы ғү¬мер итергә.
Һәр яңы көн бәхет алып килһен,
Алһыу таңдар күмһен шатлыҡҡа.
Йәшәү дәрте янһын йөрәгеңдә
Ҡартайырға бер ҙә ашыҡма.
Иң изге теләктәр менән әнейең Лена, абзыйың Камил, еңгәң Зөлфирә, абзыйың Данир, еңгәң Лена, һеңлең Дальмира, кейәүең Рөстәм һәм уларҙың балалары.

Автор:
Читайте нас: