Все новости
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
2 Сентября 2024, 08:04

Рәхмәт, әней, һиңә мең-мең рәхмәт!

Сәриә КИЛМӘТОВА юбилейын ҡаршылай.

Рәхмәт, әней, һиңә мең-мең рәхмәт!
Рәхмәт, әней, һиңә мең-мең рәхмәт!
Тимербай ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле һәм яҡын кешебеҙ - Сәриә Рәвил ҡыҙы КИЛМӘТОВА күркәм байрамын - 65 йәшлек юбилейын ҡаршылай.
Ҡәҙерлебеҙҙе ошо күркәм байрамы уңайынан ҡотлап йөрәк түребеҙҙә булған иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе һәм рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ!
Рәхмәт, әней, мең-мең рәхмәт,
Бар нимәгә булдың түҙемле.
Сәләмәт бул, ҡайғы күрмә,
Хоҙай ололаһын үҙеңде.
Сабыр, ябай, кешелекле,
Ҡылғандарың бары изгелек.
Борсоуҙарың ҡалһын үткәндәрҙә,
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек.
Ал һин беҙҙән тәбрик һүҙен,
Ошо булһын оло бүләктәр.
Тыныс, тигеҙ тормош, гел шат йәшәү,
Оҙон ғүмер, беҙҙең теләктәр.
Гүмерең матур уҙһын, Әней, бәғрем.
Ҡайғы-хәсрәт килә күрмәһен.
Йөҙөң һаман көләс, матур булһын,
Күҙҙәреңдең нуры һүнмәһен.
Һинең күңел һандығыңа,
Бәхет, шатлыҡтар тулһын.
Ғүмеркәйең аҡҡан һыуҙай,
Туҡтауһыҙ оҙон булһын.
Һин бит, әней, беҙҙең өсөн ҡояш,
Һинән нурҙар алып йәшәйбеҙ.
Оҙаҡ йәшә, мәңге йәш бул,
Иң ҡәҙерле яҡын кешебеҙ.
Әней, тиеп әйтер кешең булыу,
Ниндәй бәхет бит ул донъяла.
Шатлыҡтарың булһа – уртаҡ була,
Ҡайғыларың булһа – юғала.
иң изге теләктәр менән ҡыҙың Альбина, кейәүең Радик, ейәнсәрҙәрең Ралина һәм Диана
Автор:
Читайте нас: