Яңы Таймаҫ ауылы
Ошо көҙҙөң йәмле көнөндә ҡәҙерлебеҙ, яҡты йөҙлө киленебеҙ, еңгәбеҙ Фәнилә Дияз ҡыҙы ВӘЛИДОВАның матур юбилейы!
Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ ярҙамсыл, йомарт, сабыр холоҡло һәм кешелекле.
Тыуған көнөң айҡанлы һиңә иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ! Һиңә киләсәктә лә ауырлыҡтар алдында баш эймәйенсә, яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, иҫәнлектә-һаулыҡта, муллыҡта оҙон-оҙаҡ йәшәүеңде Хоҙай насип итһен!
Бәхет теләйбеҙ, ул бер ҙә ҡамасаулыҡ итмәй,
Сәләмәтлек теләйбеҙ, ул һәр саҡ етмәй,
Шатлыҡ теләйбеҙ, уның менән йәшлек кире ҡайта!
Байлыҡ теләйбеҙ, аҡсаң булһа ышанысың арта,
Ғумер теләйбеҙ, кешеләргә кәрәк булып йәшә,
Янып йәшә дуҫ-туғандар, балалар менән йәнәшә!
Иң изге теләктәр менән ҡәйнәң Мәнәүәрә һәм Вәлидовтар, Фәизовтар ғаиләләре.