Бөгөн бик кәрәкле миҙгеленең матур байрамы – ҡатын-ҡыҙҙың аҡыл туплаған, бай, иң матур осоро. Ҡәҙерлебеҙ, Фәнилә Дияз ҡыҙы ВӘЛИДОВАны ихлас күңелдән ғүмер байрамы менән ҡотлайбыҙ! Һиңә ғүмерҙың иң оҙонон, бәхеттең иң ҙурыһын, шатлыҡтарҙың иң олоһон юллайбыҙ. Киләсәктә лә иҫәнлек-һаулыҡ, күңел тыныслығы, тигеҙ ер, яңынан-яңы ҡыуаныстар, ҙур тормош теләйбеҙ. Әрнеү-һағыш белмәй, улыңдың изгелектәрен күреп, тормош иптәшең Рәфис менән бергә-бергә күңелле итеп йәшәргә Хоҙай яҙмыш итһен.
55 йәш - шундай ҡәҙерле дата. Бөгөн беҙ һеҙгә ҡарайбыҙ ҙа, һоҡланып бөтә алмайбыҙ. Бер кеше эсенә шул тиклем күп яҡшы сифаттар һыйған: аҡыл, мөләйемлек, сослоҡ, изгелек, шаянлыҡ, саф күңел... Һеҙгә тиңләшке килә. Бер ҡараштан кешене ылыҡтыра алырлыҡ һәләткә эйәһегеҙ. һеҙҙең кеүектәргә йәштәр ҙә, оло быуын да тартыла. Һәр ваҡыт шулай булып ҡалығыҙ. Көндәрегеҙ бүләктәргә, ҡыуаныстарға, бәхеткә тулы булһын. Ваҡыт, әлбиттә, аяуһыҙ, әммә беҙ һеҙгә уның менән дуҫлашыуығыҙҙы теләйбеҙ. Үткән йылдар өсөн ҡайғырмағыҙ, ҡыштар килә лә китә, ә кешенең эшләгән эше ҡала. Яҡындарығыҙ һеҙҙең менән ғорурланырлыҡ, бөтә йөрәктән хөрмәт итерлек булһын. Ә үҙегеҙгә, ғаиләгеҙҙең бәхетен күреп, ҡыуанырға яҙһын.
Иң изге теләктәр менән Яңы Таймаҫ ауыл биләмәһе хакимиәте коллективы.