Яҡшымбәт ауылы
Ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле әнейебеҙ Зәйтүнә Шәғәлим ҡыҙы ХӘЛИТОВАны оло юбилейы - 90 йәше менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙҙең бала сағы һуғыш йылдарына тура килә. Ул колхозға 14 йәшендә үк эштә ярҙам итә: һарыҡтарҙы көтә, таш тейәргә лә йөрөй, үгеҙ егеп бесәнгә лә йөрөй, эшләмәгән эше ҡалмай. Атайыбыҙ менән биш ҡыҙ, бер ул үҫтерәләр, лайыҡлы тәрбиә биреп, оло тормош юлына баҫтыралар. Бөгөнгө көндә ейән-ейәнсәрҙәренә яғымлы һәм хәстәрлекле өләсәй ул. Әнейебеҙ оло йөрәкле, бала йәнле, аҡыллы, егәрле, ҡулынан килмәгән эше юҡ. Донъяһы матур, өй эсен береһенән береһе матур гөлдәр биҙәй. Үҙе лә үҫтергән сәскәләрендәй наҙлы, асыҡ йөҙлө, нескә күңелле.
Ҡәҙерле әнәй, юбилейың ҡотло булһын! Ғүмер йомғағың һаулыҡта, бәхеткә, шатлыҡ-ҡыуаныстарға ҫына төрөнөп алға барһын. Атыр таңдарың, күңелең - тыныс, ҡояшлы йөҙөң һәр ваҡыт көләс булһын. Ҡайғы-хәсрәт күрмәй, ауырыу-һыҙланыу белмәй, беҙгә, ейән-ейәнсәрҙәреңә, бүлә-бүләсәрҙәреңә терәк булып, уларҙың изгелектәрен күреп, уңыштарына шатланып, тормош матурлыҡтарын күреп, оҙон-оҙаҡ, бәхетле, сәләмәт ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ!
Ҡотло булһын оло юбилейың,
Ҙур шатлыҡтар ҡаршы алһындар.
Әгәр булһа төрлө борсолоуҙар,
Үткән тормошоңда ҡалһындар.
Ҡотлау менән ҡыҙҙарың, кейәүҙәрең, улың, киленең, ейән-ейәнсәрәҙрең, бүлә-бүләсәрҙәрең.